Автор: Ишмухаметова Зилия Уразовна
Должность: воспитатель
Учебное заведение: МДОБУ ЦРР-детский сад "Курай"
Населённый пункт: город Сибай, Республика Башкортостан
Наименование материала: Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге
Тема: Йәшмәләр иле
Раздел: дошкольное образование
Башҡортостан республикаһы Сбай ҡалаһы ҡала округының
“Ҡурай бала үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Танып белеү эшмәкәрлеге
«Йәшмәләр иле»
(Өлкәндәр төркөмө)
Әҙерләне: тәрбиәсе
Ишмөхәмәтова З.У.
Сибай - 2014
Бурыстар:
Үҫтереүсе: Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы йәшмә ташы менән таныштырыу.
Балаларҙың
логик
фекерләүҙәрен,
иғтибарҙарын,
хәтерҙәрен,
уйлау
һәләттәрен үҫтереү.
Белем алыуға ынтылыш формалаштырыу, модель –
схемалар
ярҙамында
бәйләнешле
телмәр
үҫтереүҙе
дауам
итеү.
ТРИЗ
элементтарын ҡулланып балаларҙың логик фекерләүҙәрен үҫтереү.
Өйрәтеүсе: Эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге аша лупа менән таштарҙың
төҙөлөшөн
тикшереп
ҡарау,
таш
үҙенсәлектәрен
өйрәнеү.
Тыуған
илебеҙ
байлығы йәшмә ташы һәм уның сифаттарын өйрәнеү. Тәбиғәткә булған ЭКО
система бәйләнешен күрә белергә өйрәтеү
Тәрбиәүи: Балаларҙы үҙ – ара дуҫ булырға, татыу уйнарға өндәү, йылы
мөнәсәбәт булдырыу, бер – береһенә ярҙам итеү теләге уятыу, эшмәкәрлеккә
ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятыу, йәнһеҙ тәбиғәт өлгөлренә һаҡсыл ҡараш һәм
Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
Экран, проектр, ноутбук, компьютер,магнитофон, флешка, тау макеты.
Материалдар:
«Аҙыҡ
сылбыры»на, «Бөжәкте
эшләп
бөтөр» уйыны өсөн
карточкалар, стакандар, ҡәләмдәр,таҡталар, өҫтәлдәр, указка, пластилин,
Эш ҡоралдары:
Аҡ халаттар, һыу ҡойолған стакандар, клеенка, лупалар.
Өлкәләр интеграциялары: (эшмәкәрлектәр буйынса)
-
телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге;
-
уйын эшмәкәрлеге.
Һүҙлек эше:
Йәшмә, флешка, ҡаҙылма байлыҡтар;
Алдан алып барылған эш:
“Ирәндек” башҡорт халыҡ әкиәте менән танышыу, модель – схемалар менән
эшләү.
Йыл
миҙгелдәре
буйынса
әңгәмәләр.
Башҡортостандың
тәбиғәте,
ҡаҙылма байлыҡтары тураһында иллюстрациялар ҡарау. Башҡортостандағы
тауҙар, йылғалар, тәбиғи ҡомартҡылар буйынса видео яҙма, таштан эшләнгән
сувенирҙар
һүрәтен
ҡарау.
«Малахит»
магазинына,
таштар
музейына
экскурсияға барыу.
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы
Тәрбиәсе
уйнап йөрөгән балаларҙың иғтибарын
“Хазиналар утрауы”
мөйөшөнә йәлеп итә.
Тәрбиәсе: Тыңлағыҙ әле, балалар, ҡайҙандыр сихри бер көй ишетелә. Йәгеҙ.
әле эҙләгеҙ, ҡайҙан сыға икән ул көй? (балалар эҙләйҙәр). Беҙҙең хазиналар
утрауында бер ҡумта көй сығарып ултыра. Был кемдең ҡумтаһы икән? Һин
алып килдеңме, Риана? (Хазиналар утрауы янына килеп ҡулына ала)
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ асып ҡарайыҡ әле, эсендә нимә бар икән?
(эсенән тәрбисе флешка сығара) Был нимә ул?
Балалар: Флешка.
Тәрбисе: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Уны ҡайҙа ҡуялар?
Балалар:
Компьютергә
ҡуялар.
Ноутбукка,
магнитофонға,
телевизорға,
музыкальный центрға ҡуялар.
Тәрбиәсе: Балалар, ә унын эсендә нимә булыуы мөмкин?
Балалар: Мәғлүмәттәр һаҡлана. Унда һүрәттәр була.
Яҙыуҙар, Йырҙар.
Төрлө яңылыҡтар була. Әкиәттәр ҙә булыуы мөмкин
Тәрбиәсе:
Әйҙәгеҙ
әле
ҡуйып
ҡарайыҡ.
Ә
төркөмдә
нимә
бар?
Нимәгә
ҡуяйыҡ?
Балалар: Магнитофонғамы әллә ноутбуккамы?
Тәрбисе флешканы магнитофонға ҡуя.
Тауыш ишетелә:
Ҡәҙерле балалар! Мин тау батшаһы Ирәндек булам.
Һеҙҙе бик аҡыллы,
белемле балалар тип ишеткәйнем. Шуға күрә лә һеҙҙе хазиналар эҙләргә
үҙемдең тауҙар иленә
сәйәхәткә саҡырам. Унда һеҙ таубатшалығының
бөтмәҫ
–
төкәнмәҫ
хазиналарын
табырһығыҙ.
Ә
юлды
һеҙгә
ошо
тылсылмы ҡумта күрһәтер.
Тәрбиәсе: ә юл күренһен өсөн флешканы балалар инде ҡайҙа ҡуяйыҡ?
Балаларҙың яуаптары: компьютерға, ноутбукка ҡуяйыҡ.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле, ноутбукка ҡуйып ҡарайыҡ.
Флешка компьютерға ҡуйыла.
Тәрбиәсе:
Ҡарағыҙ
әле,
балалар,
флешка
беҙгә
нимә
күрһәтә?(экранға
ҡарайҙар)
Балалар: Был карта. Ул юлды күрһәтә. Һандарҙы күрһәтә.
Тәрбиәсе: Шулай булғас, балалар, беҙгә юлға сығырға кәрәк. Мин һеҙгә һауа
шарына ултырып осорға тәҡдим итәм. Һеҙ әҙерме?
Тын алыу күнегеүҙәре башҡарыла «Һауа шарында осоу»
Түңәрәккә торҙоҡ,
Ҡулдар менән тотондоҡ,
Тынды алабыҙ- түңәрәк эсенә киләбеҙ,
Тынды сығарабыҙ- түңәрәкте ҙурайтабыҙ.
Шарыбыҙ әҙер булды, осоп та киттек без!
Тәрбиәсе: Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп төштөк?
Балалар: Яланға. (Музыка уйнай)
Тәрбиәсе: Яланға ҡарап нимә әйтергә була, балалар?
Балалар: үләндәр һарғайған.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле, ялан буйлап атлайыҡ. (музыка яңғырай)
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле тирә-яҡҡа ниндәй матурлыҡ? Бар тирә-яҡ алтынға
күмелгән. (пауза) Ә мин бер ниндәй ҙә тереклек күрмәйемсе бында. Ҡайҙа
бөжәктәр,
ҡайҙа
себен-серәкәйҙәр?
Ҡайҙа
булғандар?Ни
өсөн
улар
юҡ
булғандар? (һүрәткә ҡарайҙар)
Балалар: Сөнки көҙ еткән, улар көҙ көнө ағас ҡайрыларына инеп йәшенеп
бөтәләр, ер аҫтына инеп китәләр. Көҙ көнө йоҡоға талалар.
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ
әле,
ҡайһылыр
бөжәктәр
йәшенеп
өлгөрмәгән.
Ниндәйҙәре йәшенеп өлгөрмәгәнен белер өсөн, һүрәттәрҙе эшләп бөтөргә
кәрәк.
Һүрәт төшөрөү «Бөжәкте эшләп бөтөр»
Эш барышын аңлатыу: Һәр бер балаға берәр карточка таратып бирелә. Ул
карточкала
бөжәктең
ярты
кәүҙәһе
һүрәтләнгән,
яртыһын
эшләп
бөтөрөр
кәрәк.
Был
уйын
балаларҙың
күреү
һәләттәрен
арттыра,
иғтибарҙарын
үҫтерә, ҡул суҡтарын нығыта.
Тәрбиәсе: Ниндәй бөжәктәр килеп сыҡты? Ниндәйҙәре йәшенеп өлгөрмәгән?
(Балалар исемдәрен һанап китәләр)
-
үрмәксе йәшенеп өлгөрмәгән
-
Был күбәләк. Ә был ҡамҡа.
Тәрбиәсе: Был бөжәктәрҙе нисек һаҡларға була?
Балалар: Бөжәктәрҙе тапамаҫҡа, үлтермәҫкә. Тәбиғәтте һаҡларға.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, һығымта яһайыҡ.
Балалар: Һәр бөжәк тәбиғәттә кәрәк. Уларҙы һаҡларға кәрәк.
Тәрбиәсе балаларҙың иғтибарын экранға йүнәлтә. Балалар, беҙ бында ла
хазина
тапманыҡ
бит,
артабан
юлға
сығайыҡ.
Картаға
ҡарайыҡ
әле,
ул
нимәне күрһәтә? Ҡайҙа барығыҙ, ти?
Балалар: Ике һанын күрһәтә.
Тәрбиәсе: Ике һаны артында ниндәй сер йәшеренгән икән, белгегеҙ киләме?
Һеҙ барырға әҙерме?
Балалар: Эйе
Тәрбиәсе балаларҙы артабан атларға саҡыра:
Барабыҙ, барабыҙ,(атлайҙар)
Ялан буйлап барабыҙ,
Уң яҡҡа ла ҡарайбыҙ, (уңға ҡарайҙар)
Һул яҡҡа ла ҡарайбыҙ, (һулға ҡарайҙар)
Һикереп тә алабыҙ,(һикереү)
Сүкәйеп тә алабыҙ,(сүкәйеү)
Ниндәй матур мөғжизә,(ҡулдарҙы ситкә йәйеү)
Тирә - яҡ алтын төҫтә.
Экранда урман һурәте күренә. (музыка уйнай)
Тәрбиәсе: Һеҙ нимә күрәһегеҙ?
Балалар: Урман
Тәрбиәсе: Урман икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
Балалар: Ағастар һарғайған. Япраҡтар ҡойолған.
Тәрбиәсе: Ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?
Балалар: Көҙ
Тәрбиәсе: Көҙ икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
Балалар: Ағастар һарғайған
Тәрбиәсе: Балалар урманда нимәләр йәшәй икән?
Балалар: Айыу, төлкө, ҡуян, бүре, тейен, һеләүһен.
Тәрбиәсе: Бер һүҙ менән нисек атайбыҙ уларҙы?
Балалар: Йәнлектәр, ҡыр хайуандары
Тәрбиәсе: Балалар, нисек уйлайһығыҙ, йәнлектәргә йәшәү өсөн нимә кәрәк?
Балалар: Аҙыҡ кәрәк.
Тәрбиәсе: Һәр йәнлектең, ҡоштоң үҙ аҙығы була. Мин һеҙгә аҙыҡ сылбырын
төҙөргә тәҡдим итәм.
Уйын “Аҙыҡ сылбыры” төҙөү
( Төлкөнөң, турғайҙың, ҡарсығаның аҙыҡ сылбырын төҙөү. Төҙөгән
аҙыҡ
сылбыры тураһында һөйләү.)
Тәрбиәсе: Нисек итеп аҙыҡ сылбырын һаҡларға?
Балалар: Аҙыҡ сылбырын өҙмәҫкә кәрәк.
Балалар: Тәбиғәтте бергәлеп һаҡларға..
Тәрбиәсе: Эшебеҙҙе эшләп
тә бөттөк,
һаман хазина күренмәй. Әйҙәгеҙ.
артабан картаға ҡарайыҡ, Карта нимә күрһәтә?
Балалар: Өс һанын күрһәтә.
(Атлап китеү, Экранда тау һүрәте күренә)
Тәрбиәсе: Балалар беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп еттек?
Балалар: Тауҙарға килеп еттек.
Тәрбиәсе: Башҡортостандағы ниндәй тауҙарҙы беләһегеҙ?
Балалар: Ирәндек, Ирәмәл, Янғантау, Шихан, Ямантау, Торатау
Тәрбиәсе:Беҙҙең яҡта ниндәй тауҙар бар?
Балалар: Ирәндек тауы бар.
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, балалар, тауҙар ҙа беҙгә ниндәйҙер һынау әҙерләгән.
Схемаға ҡарап һөйләмдәр төҙөү.
(Таҡта янына саҡыра. “Ирәндек” әкиәтенән өҙөк һайланған.)
Тәрбиәсе : Афариндар, ә без хазина таптыҡмы, балалар?
Балалар: Юҡ тапманыҡ.
Экрандан тауыш. Афарин. Балалар, әкиәтте яҡшы беләһегеҙ икән. Бына һеҙ
эҙләгән ҡумта. Рәхим итеп алығыҙ!
Слайдта Ҡумта һүрәте күренә.
Тәрбиәсе ҡумтаны ала һәм аса башлай.
Музыка ишетелә.
Тәрбиәсе: Бында нимә ята, балалар?
Балалар: Таш ята.
Тәрбиәсе: Ниндәй таш?
Балалар: Йәшмә ташы.
(Тәрбиәсе йәшмә ташын ҡайҙан табалар, шул турала аңлата)
Тәрбиәсе: Балалар, йәшмә ташын тауҙарҙан табалар. Ул борон вулкандар
урғылып атылғанда барлыҡҡа килгән икән.
Тәрбиәсе: Ә хәҙер мин һеҙҙе таштарҙы тикшереп ҡарарға саҡырам. Бының
өсөн
беҙ
лабараторияға
барабыҙ.
Лабораторияға
инер
алдынан
үҙ-үҙеңде
тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә тошороп китәйек.
Үҙ-үҙеңде тотоу ҡағыҙәләре.
-
Халаттарҙы кейәбеҙ!
-
Рөхсәтһеҙ теймәҫкә!
-
Бер-беребеҙгә ҡамасауламаҫҡа!
-
Ҡулды ауыҙға яҡын алып бармаҫҡа!
-
Күҙҙәргә бысраҡ ҡул менән теймәҫкә!
-
Эш бөткәс, урындарҙы йыйыштырырға! (инәйек лабораторияға)
Лаботаторияла эш.
Тәрбиәсе: Таштарҙы лупа аша тикшереп ҡарайыҡ, ҡарар алдынан күҙҙәргә
гимнастика эшләп алайыҡ.
Уңға, һулға, өҫкә, аҫҡа.
Түңәрәк тирәләй ҡарайбыҙ
Донъяны яҡшыраҡ курер өсөн
Алыҫҡа, яҡынға ҡарайбыҙ
Күҙ тирәһендә нөктәләргә баҫып
Көс бирәбеҙ уларға.
1 Лупа менән эш.
Эш тәртибе буйынса лупалар менән таштарҙы ҡарайбыҙ.
Тәрбиәсе: Һығымта яһайыҡ әле, лупа менән ҡарағанда нимәләрен күрҙегеҙ?
Балалар: Таштың төҙөлөшө асыҡ күренә. Төҫтәре асыҡ күренә. Ҡырҙары
күренә.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле Һығымта яһап китәйек.
(Баларҙың яуаптары)
2. Таш менән пластилинды сағыштырыу
Эш барышы: Бер ҡулға ташты икенсеһенә пластилинды тотоп сағыштырыу.
Тәрбиәсе: Икәүһен ике ҡулға ҡыҫып тотоғоҙ, нимә булды?
Балалар: Пластилин ҡыҫыла, йомшара, йәмшәйә, ә таш юҡ.
Тәрбиәсе: Пластилинды ташҡа һуғып ҡарағыҙ әле, нимә булыр?
Балалар: Пластилин йәмшәйә
Тәрбиәсе: таш еңелме әллә пластилинмы?
Балалар: пластилин
3. Тәжрибә “Ташты Һыуға һалыу ”
Тәрбиәсе:
Ташты һыуға һалып ҡарайыҡ инде. Нимә булыр? Таш йөҙәме,
юҡмы?
Балалар: Таш бата, һыулана. Сөнки ул ауыр.
4. Уйын «Яҡшы - насар»
Тәрбиәсе: Ә йәшмә ташы нимәһе менән яҡшы, нимәһе менән насар?
Балалар: Яҡшы
–
матур-матур
биҙәүес
әйберҙәре
эшләйҙәр,
йорттарҙы
биҙәйҙәр.
Яман – ул ҡиммәтле әйберҙәр рәтенә инә, ташты сығарыуы ҡыйын.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, афарин! Ә хәҙер урындарҙы йыйыштырайыҡ, халаттарҙы
сисәйек тә лабораториянан сығайыҡ.
Йомғаҡлау.
Тәрбиәсе: Балалар бына һеҙ йәшмә ташы менән таныштығыҙ.
Системалы оператор ысулы буйынса ( таҡтала һүрәт тора.)
1.
Уртала йәшмә ташы тора?
2.
Ҡиммәтле таштар рәтенә инә. (өҫкә)
3.
Төрлө төҫтәге минирал ҡатнашмаларынан тора. (кварцтан)
4.
Боронғо вулкандарҙан барлыҡҡа килгән.
5.
Йәшмә ташынан сувенирҙар, биҙәүес әйберҙәре эшләйҙәр, йорттарҙы
биҙәйҙәр.
Тәрбиәсе: Афарин.
(Экрандан тауыш, Ирәндек һөйләй, маҡтай)
Ҡәҙерле,
балалар.
Һеҙҙең
уңғанлығығыҙға
инандым,
афариндар!
Ысынлапта бик күп беләһегеҙ икән, ҙур рәхмәт. Һеҙ тағы ла нығыраҡ
тыуған
ерегеҙҙе
яратығыҙ,
тәбиғәтте
һаҡлағыҙ,
улар
менән
ғорурланығыҙ! Афариндар! Һау булып тороғоҙ!
Тәрбиәсе: Балалар, нимә белдек? Ниндәй яңы белем алдығыҙ?
Тәрбиәсе: Алан, һиңә бөгөнгө эшмәкәрлек оҡшанымы?
Тәрбиәсе: Нимәһе менән оҡшаны?
Тәрбиәсе: Нимәһе менән яҡшы булды?
Тәрбиәсе: Нимәһе менән насар булды?
Тәрбиәсе: Таштарҙың тағы ла ниндәй әһәмиәте бар? Ҡайҙа ҡулланалар?
Балалар: Өйҙәр, һәйкәлдәр төҙөйҙәр.
Тәрбиәсе:
Ә
хәҙер
мин
һеҙҙе
ҡоролмаларҙан
өйҙәр,
һәйкәлдәр
төҙөргә
саҡырам.